Башҡортостандың бизнес-омбудсмены Флүр Әсәҙуллин исеменә цемент етештереү буйынса компанияның хужаһы булған эшҡыуарҙан тикшереүҙә ҡатнашыу үтенесе менән ғариза килә. Уға ҡарата Федераль һалым хеҙмәтенең Район-ара инспекцияһы башланғысы менән тикшереү ойошторола.
- Тикшереүгә мораторий индереү, һис шикһеҙ, Башҡортостан Республикаһында эшҡыуарлыҡ климатына ыңғай йоғонто яһаны, - тип билдәләне Вәкил Флүр Әсәҙуллин. - Шул уҡ ваҡытта был өлкәлә проблемалар ҡала әле. Эшҡыуарҙар тикшереүҙәр үткәргәндә артыҡ талаптар ҡуйыуға, контроллек итеүсе органдар тарафынан ҡаты санкция сәйәсәтенә йыш зарлана, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды бизнес-омбудсмен.
Тикшереү барышында бизнес-омбудсмен вәкиле эшҡыуарға уның хоҡуҡтарын һәм бурыстарын аңлатты, шулай уҡ административ протоколдар төҙөгән осраҡта артабан эш итеү варианттары менән таныштырҙы. Шунан һуң күҙәтеү ведомствоһы вәкиле менән берлектә бөтә тейешле документтар тикшерелде. Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре дауам итә.
Эшҡыуарҙар билдәләүенсә, эшҡыуарлыҡ буйынса вәкилдең ҡатнашыуы тикшереү үткәреүгә ыңғай йоғонто яһай. Әгәр һорауҙар тыуһа, бизнес-омбудсмен вәкилдәре аңлатма бирә.
Һәр эшҡыуар бындай мөмкинлекте файҙалана ала. Был хоҡуҡ Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһында Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил тураһында» законында нығытылған. Бының өсөн етәксе исеменә ирекле формала ғариза ебәрергә кәрәк. Мөрәжәғәттәр Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 5/3 адресы буйынса ҡабул ителә.
Шулай уҡ ярҙам һорап , (347)218-18-18, 79174001818 телефондары аша ла мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Фото: БР Хөкүмәте.