Ишембай районында 10 мартта Петровский ауылының Күпер урамында ағас йортта янғын сыға. Ул саҡта Васильевка ауылының янғын һүндереүселәре һәм ирекле янғын һүндереүселәр командаһы уртаҡ көс менән утты һүндерә.
Улар урынға килеп еткәс, 1962 йылғы ҡатындың бер нисә урында термик бешеү алыуын, тәненең 40 проценты бешеүен асыҡлай. Табиптар ҡатынды Стәрлетамаҡтағы 1-се дауахананың тән бешеү бүлексәһенә һала.
Зыян күргән ҡатындың янғынды үҙаллы һүндерергә маташыуы билдәле, әммә ут көслө булған һәм тиҙ таралған. Һөҙөмтәлә хужабикә етди йәрәхәтләнгән.
- 7 апрелдә медицина учреждениеһында ятҡан йәрәхәтләнеүсе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул вафат булған, - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Фото: Т. Аманов