Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Апрель 2022, 14:03

Башҡортостан ғалимдары дөйөм 100 миллион һумға яҡын грант алды!

Өфөлә ғилми тикшеренеүҙәргә грант биреү конкурсына йомғаҡ яһалды.

Башҡортостан ғалимдары дөйөм 100 миллион һумға яҡын грант алды!
Башҡортостан ғалимдары дөйөм 100 миллион һумға яҡын грант алды!

 Бәйге Рәсәй ғилми фонды тарафынан ойошторолдо. Дәүләт ярҙамы булараҡ бирелгән грант күләме 4 миллион һумдан алып 20 миллион һумға тиклем баһалана.

- Рәсәй ғилми фондының гранттары дәүләт фондтары араһында иң ҙуры булып иҫәпләнә. Бындай дәүләт ярҙамы ғилми-тикшеренеү эштәре үткәреүгә яҡшы шарттар булдыра һәм фәнни карьера үҫешенә шәп импульс бирә. Ғәҙәттәгесә, конкурсҡа иң көслө коллективтар һайлап алына, көнәркәшлек ҙур. Төбәк конкурстарында ҡатнашыуға 2510 ғариза ҡабул ителгәйне. Башҡортостандан 15 проект исемлеккә индерелде, - тип белдерә Башҡортостан Башлығының фән буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡазыханов. 

Конкурсҡа йомғаҡ Башҡортостандың гранттар буйынса советында яһалды. Унда башлыса Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса әҙерләнгән проекттар баһаланды һәм бишәүһе еңеүсе тип табылды.

1. «Создание физических основ технологии рациональной разработки жидких углеводородов с использованием энергии электромагнитного поля» проекты, етәксеһе А.Й. Дәүләтбаев, Башҡорт дәүләт университеты, 2024 йылға тиклем дөйөм финанслау күләме - 21 млн һум.

2. «Иерархические молекулярные сита SAPO-11 и ZSM-23, содержащие сульфиды и фосфиты Ni – путь к новым ресурсосберегающим технологиям получения низкозастывающих дизельных топлив из сырья с повышенным содержанием серы» проекты, етәксеһе Б.И. Кутепов, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге, 2024 йылға тиклем дөйөм финанслау күләме - 18 млн һум.

3. «Цифровая органическая химия - новая методология алгоритмизированной оценки химических реакций на основе информационно-энтропийных индексов» проекты, етәксеһе Д.Ш. Сабиров,  Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге, 2024 йылға тиклем дөйөм финанслау күләме - 14,5 млн һум.

4. Проект «Методика оценки глобального экономического бремени болезни с учетом отдалённых последствий для здоровья и качества жизни населения (на примере новой коронавирусной инфекции)» етәксеһе Ирина Лакман, Башҡорт дәүләт университеты, 2024 йылға тиклем дөйөм финанслау күләме - 12 млн һум.

5. «Разработка научных основ технологии получения жаростойких покрытий на основе MAX-фаз Ti-Al-C и сложных оксидов системы Y-Al-O для защиты от высокотемпературной коррозии интерметаллидных сплавов» проекты, етәксеһе Камил Рамазанов, ӨДАТУ, 2024 йылға тиклем дөйөм финанслау күләме - 21 млн һум.

Шулай уҡ Башҡортостан Бюджетынан финансланасаҡ иң проект һайлап алынды:

1. «Поиск ДНК-маркеров для селекции гороха на высокое содержание протеина в семенах и разработка тест-системы для идентификации высокобелковых генотипов» проекты, етәксеһе Булат Ҡолоев (Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге), 2022 йыл аҙағына тиклем дөйөм финанслау күләме - 2,850 млн һум.

2. «Разработка ресурсосберегающей системы формирования и оптимизации транспортно-логистической инфраструктуры нефтяных потоков России как центрального звена вертикально-интегрированной стратегии освоения тяжелого и высоковязкого углеводородного сырья» проекты, Р.Р. Ташбулатов, (ӨДНТУ), 2022 йыл аҙағына тиклем дөйөм финанслау күләме – 3,5 млн һум.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: