Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Апрель 2022, 18:10

Баҡсағыҙҙағы ағастарҙы ваҡытында ағартығыҙ

Был эште һуңға ҡалдырмағыҙ. Яҙ етеү менән ағастың ҡайырыһы аҫтындағы ҡоротҡос бөжәктәр уяна.   

Баҡсағыҙҙағы ағастарҙы ваҡытында ағартығыҙ
Баҡсағыҙҙағы ағастарҙы ваҡытында ағартығыҙ

 Апрелдә йылыта башлау менән ( +3, +5 градус йылы булғанда ) баҡсалағы ағастарҙың олонон ағарталар. Был үҫентене яҙғы ҡояш нурҙарынан, ҡайыры аҫтында йыйылған ҡоротҡостарҙан да һаҡлай. 

Ағартыр алдынан ағасты мүк һәм лишайниктарынан таҙартығыҙ. Зарарланған урындарына баҡса елеме ( садовый вар) һөртөгөҙ. Йәш ағастарҙы таҙартҡанда ҡаты туҡыманан тегелгән бейәләй менән ышҡыу ҙа етә. Ҡарт ағастарҙың зарарланған урындарын сәләмәт ҡайырыға тиклем таҙарталар. Шулай эшләһәгеҙ, олонда ҡоротҡос бөжәктәр булмаҫ.

Ағасты өҫтән аҫҡа ҡарай аҡлайҙар. Кимереүселәрҙән һаҡлау өсөн ағарта торған эзбизле ҡатнашмаға 1 аш ҡалағы карбол кислотаһы йәки креолин, бөжәктәр булмаһын өсөн баҡыр купоросы һалалар.

 

Фото:zemeljka.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: