Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Апрель 2022, 11:35

Бөгөн – косметолог көнө

Был дата Рәсәйҙә 13-сө тапҡыр билдәләнә икән. Һәр кемдең матур булғыһы, оҙаҡ йәш ҡалғыһы килә. Бына шунда косметологтар ярҙамға килә ала. Ҡайҙа ниндәй крем һөртөргә, йыйырсыҡтарҙы нисек булдырмаҫҡа, йөҙ сәләмәт күренһен өсөн нимә эшләргә? Был һорауҙар һәр ҡатын-ҡыҙҙы борсойҙор.

Бөгөн – косметолог көнө
Бөгөн – косметолог көнө

Табип-косметолог – ул тиренең, сәстең, тырнаҡтарҙың эстетик проблемаһын төҙәтеүсе һәм профилактика серҙәренә өйрәтеүсе. Маникюр-педикюр, ҡаш-керпек эшләтеү, битлектәр, скраб менән таҙартыу – былар барыһы ла косметологтың эше. Хәйер, гүзәл заттар үҙҙәренә үҙҙәре косметолог ул.

Күп ҡатын-ҡыҙҙың иң “ҙур” теләге – йыйырсыҡтарҙы булдырмау һәм ябығыу. Биттәге ваҡ-төйәк етешһеҙлектәрҙе (күҙ төбөндәге күкте, саҡ беленә башлаған йыйырсыҡты, ҡара нөктәләрҙе) биҙәнеү саралары менән йәшерергә мөмкин. Косметика һәр гүзәл затта, кем әйтмешләй, быуа быуырлыҡ. Боронғо Рустә кейәүгә сыҡҡанға тиклем ҡыҙ йөҙөнөң етешһеҙлектәрен биҙәнеп йәшерһә, туйҙан һуң никахты законһыҙ тип иҫәпләү ҙә булған. 

Тәүге помадаларҙы алманан яһағандар. “Помада” латинсанан ”алма” була ла инде.

Матур һәм йәш ҡалыу серҙәре

Муйын тиреһе тиҙ ҡартаймаһын өсөн уны даими рәүештә дымландырып тороу яҡшы. Мәҫәлән, йомортҡа, бал һәм зәйтүн майы бик шәп битлек. Ул былай яһала: йомортҡа һарыһын туғып, бер балғалаҡ бал, әҙ генә зәйтүн майы һәм бер семтем он ҡушып, болғатырға. Ҡаймаҡтан ҡуйыраҡ масса килеп сыға. Шуны муйынға 30 минутҡа һыларға ла аҙаҡтан һыуыҡ һыу менән йыуырға. Аҙнаһына бер тапҡыр эшләһәгеҙ ҙә етә.

Тирегеҙ ҡоро булһа, зәйтүн майы менән массаж яһағыҙ. Бының өсөн биткә бер нисә тамсы май һөртөп, массаж линиялары буйынса һыларға.

Иренегеҙ йыш ярылһа ла ошо майҙы һөртөргә була.

Бөгөн – косметолог көнө
Бөгөн – косметолог көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: