Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Апрель 2022, 14:43

Ауыл йыйындары тураһында закон ҡабул ителде

Һүҙ сход үткәреү, ҡарарҙар ҡабул итеү буйынса тауыш биреү тәртибе тураһында.

Ауыл йыйындары тураһында закон ҡабул ителде
Ауыл йыйындары тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан «Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидара тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 11-се статьяһына үҙгәреш индереү тураһында»ғы Закон ҡабул ителде.

– Ул граждандар сходтарын үткәреү тәртибе тураһындағы нормаға ҡағыла. Әгәр тораҡ пунктта йәшәүселәрҙең яртыһынан күбеһе сходта бер үк ваҡытта бергә йыйыла алмаһа, сход этап буйынса үткәрелә (граждандар сходын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул иткән көндән һуң бер ай эсендә). Бер кеше бер тапҡыр ғына тауыш бирә ала. Әгәр сходта ҡатнашыусыларҙың яртыһынан күбеһе тауыш бирһә, граждандар сходының ҡарары ҡабул ителгән, тип иҫәпләнә, – тип комментарий бирҙе Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.

Парламент спикерының фекеренсә, процедураны үҙгәртеү урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл иткәндә халыҡтың фекерен тулыраҡ иҫәпкә алыуҙы тәьмин итәсәк.

Сығанаҡ: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай сайтынан.

Ауыл йыйындары тураһында закон ҡабул ителде
Ауыл йыйындары тураһында закон ҡабул ителде
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: