Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Апрель 2022, 11:55

Яҙмыш уҡыусы ҡыҙҙарҙы һынаны

Барыһы ла үтеп барыусыларҙың күҙ алдында була...

Яҙмыш уҡыусы ҡыҙҙарҙы һынаны
Яҙмыш уҡыусы ҡыҙҙарҙы һынаны

5 апрелдә көндөҙ Стәрлетамаҡта урындағы халыҡ ике уҡыусы ҡыҙ ҡатнашлығындағы ҡот осҡос автоаварияға шаһит була. Билдәле булыуынса, Вокзал урамында «ВАЗ-21099» водителе көйләнмәгән йәйәүлеләр үткәүеленән юл аша сығып барған ҡыҙҙарҙы бәрҙергән.

- Шаһиттар уҡыусыларға табиптар килеп еткәнсе тәүге ярҙам күрһәтергә тырыша. Ҡыҙҙар шок хәлендә булған, илаған. Уҡыусылар бик йәл, – ти аварияны күреүсе берәү.

Ваҡиға урынына «Тиҙ ярҙам» хеҙмәткәрҙәре килгән. Улар зыян күреүселәрҙе 1-се ҡала клиник дауаханаһының балалар хирургия бүлексәһенә алып киткән. Һигеҙенсе класс уҡыусыларының етди йәрәхәтләнеүе билдәле.  Табиптар хәбәр итеүенсә, 14 йәшлек уҡыусының янбаш һөйәге һынған, 15 йәшлек ҡыҙҙың баш мейеһе һелкенеп, йәрәхәтләнгән һәм янбаш һөйәге һынған. Уҡыусылар әле табиптар күҙәтеүе аҫтында.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл фажиғәһенең сәбәптәрен асыҡлай.

 

Фото: Т. Аманов

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: