Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Апрель 2022, 11:53

Ҡурсаҡ театры эргәһен танымай ҙа торорһоғоҙ

Әле был майҙан төҫһөҙ, иҫке, хатта унда ҡарағы ла килмәй.

Ҡурсаҡ театры эргәһен танымай ҙа торорһоғоҙ
Ҡурсаҡ театры эргәһен танымай ҙа торорһоғоҙ

Өфө хакимиәтендә “Әкиәт” скверын төҙөкләндереү буйынса ҡала граждандары ҡатнашлығында проект семинары ойошторолдо. Фекер алышыуҙарҙа баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев та ҡатнашты.

Был сквер Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры янында урынлашҡан. Үткән быуаттың 70-се йылдарында унда бик матур әкиәт ҡаласығы төҙөлөп, оҙаҡ ваҡыт балаларҙы ҡыуандырған. Хәҙер ул иҫкергән, йәмһеҙ күкһел манаралар (замокты хәтерләткән) ғына тора.

Әйткәндәй, ҡурсаҡ театры Өфөнөң 450 йыллығына төҙөләсәк һәм реконструкцияланасаҡ объекттар исемлегенә индерелгән. Уның менән бер рәттән сквер ҙа яңыртыла.

Ратмир Мәүлиев белдереүенсә, эштәр тамамланғандан һуң, театр ҙа, сквер ҙа ғаиләләрҙе үҙенә тартып торорлоҡ күркәм урын буласаҡ.

Фото: Т. Аманов.

Ҡурсаҡ театры эргәһен танымай ҙа торорһоғоҙ
Ҡурсаҡ театры эргәһен танымай ҙа торорһоғоҙ
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: