Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Апрель 2022, 09:05

Уҡыусылар боронғо һөнәрҙе үҙләштерҙе

Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ мәктәбе уҡыусылары "Кейеҙ баҫыу" тамашаһын күрһәтте. Был сара "Мәҙәниәт" милли проектын ғәмәлгә ашырыу буйынса ойошторолдо.

Уҡыусылар боронғо һөнәрҙе үҙләштерҙе
Уҡыусылар боронғо һөнәрҙе үҙләштерҙе
Быйыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан ителде. Маҡсатлы йыл сараларына ярашлы, Түбәнге Ләмәҙҙәге "Аманат" фольклор төркөмө борондан килгән халыҡ кәсептәренең береһе кейеҙ баҫыуға арналған кисә үткәрҙе. 

Кейеҙ баҫыу - электән килгән сәнғәт төрө ул. Кейеҙҙән нимә генә яһамағандар?! Ул күп халыҡ өсөн көнкүрештә бик кәрәкле әйбер булған. 
Балаларҙы кейеҙ баҫыу серҙәре менән 40 йыл стажы булған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нәсимә Моталлапова таныштырҙы.
 
Фото: Иглин районы хакимиәтенән.
 
Уҡыусылар боронғо һөнәрҙе үҙләштерҙе
Уҡыусылар боронғо һөнәрҙе үҙләштерҙе
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: