Бында «Газпром нефтехим Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре лә ҡатнашты. Был предприятие менән колледжды студенттарға практик белем биреүҙе ойоштороу буйынса килешеүҙәр һәм дуаль уҡытыу тураһында килешеү менән нығытылған ныҡлы партнерлыҡ мөнәсәбәттәре бәйләй.
Әйткәндәй, предприятиела ошо уҡыу йортон тамамлаусылар күп эшләй.
Эш биреүсе партнерҙар «Газпром нефтехим Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә карьера төҙөү мөмкинлектәре тураһында һөйләне, булған вакансияларҙы тәҡдим итте, шулай уҡ студенттарҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.
Карьера көнөндә 300-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты.