Өфөнөң Киров районы прокуратураһы Благовещенда йәшәгән иргә ҡарата «Айырыуса ҙур күләмдә урлашыу» статьяһы буйынса енәйәт эше асты.
Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, быға тиклем инкассация хеҙмәтендә эшләгән ғәйепләнеүсе аҡсаны бик оҫта урлаған. Уҙған йылдың апрелендә ул, униформа кейеп, Өфөнөң Менделеев урамындағы бизнес-үҙәккә килә. Банкоматтың эшләү серҙәренә, эш принциптарына һәм ҡоролошона, шулай уҡ уның конструктив үҙенсәлектәренә эйә булған енәйәтсе аппаратты асып, 12 миллион һумдан ашыу аҡса урлаған, һуңынан ҡасҡан.
Енәйәт ҡылыусыны эҙләү иғлан ителә һәм 2021 йылдың ноябрендә уны Сочиҙа табалар.
Ир үҙ ғәйебен тулыһынса таный һәм 200 мең һумлыҡ зыянды ҡаплай. Енәйәт эше ҡарау өсөн Өфөнөң Киров районы судына ебәрелгән.
Фото: Т. Аманов