Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Апрель 2022, 20:17

Милләт-ара мөнәсәбәттәр тикшерелде

Бөгөн Радий Хәбиров БР Башлығы ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышын үткәрҙе.

Милләт-ара мөнәсәбәттәр тикшерелде
Милләт-ара мөнәсәбәттәр тикшерелде

Радий Хәбиров билдәләүенсә, беҙҙең республиканың ыңғай өҫтөнлөктәре күп, шулар араһында милләт-ара, дин-ара мөнәсәбәттәрҙең яҡшы булыуы, үҙ-ара ихтирам һаҡлап, тыныс йәшәү.

- Айырыуса бөгөн, еңел булмаған осорҙа беҙҙең рухи берҙәмлек мөһим, - тине республика етәксеһе. - Ил Президентын һәммәбеҙ ҙә хуплайбыҙ һәм уға һәр башланғысында терәк булырға тейешбеҙ. Әгәр ҙә берҙәм булһаҡ, беҙҙең барыһы ла яҡшы буласаҡ. Һәм беҙгә ҡаршы яһалған һәр агрессив аҙымға бергә яуап биреү беҙҙе көслөрәк итер.

Совет ултырышында ҡатнашыусылар араһында республиканың дини ойошмалары етәкселәре лә бар ине. Улар ҙа берҙәмлек, илһөйәрлек, рухи асылыбыҙ, иман тураһында һөйләне.

БР Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов дәүләт милли сәйәсәтен ғәмәлгә ашырғанда Милләттәр буйынса федераль агентлыҡ менән берлектәге эшмәкәрлекте билдәләне. Уның белдереүенсә, республика халҡының 90 проценты беҙҙәге милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе ыңғай баһалай.

Совет ултырышы һуңында Радий Хәбиров милләт һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға ҙур өлөш индереүсе етәкселәргә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Фото: БР башлығы сайтынан.

Милләт-ара мөнәсәбәттәр тикшерелде
Милләт-ара мөнәсәбәттәр тикшерелде
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: