Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Апрель 2022, 11:50

Ковид менән ауырыусылар бөтмәй әле

Яңы коронавирус инфекцияһы буйынса яңыртылған мәғлүмәттәр билдәле булды.  Оператив штабтан хәбәр итеүҙәренсә, 6 апрелгә ҡарата 479 кешенең диагнозы раҫланған.

Ковид менән ауырыусылар бөтмәй әле
Ковид менән ауырыусылар бөтмәй әле

 

    Шулай итеп, пандемия башланғандан алып, ауырыусыларҙың дөйөм иҫәбе 279117 кешегә етте.   

Әлеге ваҡытта 99 кеше дауаханала медицина ярҙамы ала.  Уларҙың хәле ҡәнәғәтләнерлек тип баһалана.   3 013  пациент өйҙә үҙаллы дауаланыу курсы үтә.

Бөтәһе 270 454 кеше ауырыуҙы имен-аман үткәргән, шуларҙың 410-ы – һуңғы тәүлектә.  Республиканан бөтәһе  2 413 987 кеше вакциналауҙың ике этабын да үткән. 

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: