Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Апрель 2022, 23:21

Күмертауҙа 66 йәшлек ир машина урлап маташҡан

Ошо көндәрҙә оло йәштәге ир Күмертауҙан Өфөгә барырға такси яллаған. "Лада Гранта" машинаһы водителе пассажирҙы алғас, магазинға инеп сығырға "Күмертау" сауҙа үҙәге янында туҡтаған. Водителдең магазинға инеүе булған, пассажир уның автомобилен алып киткән.

Күмертауҙа 66 йәшлек ир машина урлап маташҡан
Күмертауҙа 66 йәшлек ир машина урлап маташҡан

Шаһиттарҙың береһенең регистраторында күренеүенсә, таксист йүгереп машинаны ҡыуып етергә тырыша, ләкин ҡыуып етә алмай. Икенсе бер водитель уға ярҙам итеп, улар такси артынан ҡыуа төшә. Шул уҡ ваҡытта таксист машинаны урлауҙары хаҡында телефон аша полицияға хәбәр итә. Тиҙҙән ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре машинаны урларға маташыусыны тота. 66 йәшлек ир Өфөнән, үҙенең ҡылығын бер нисек тә аңлатмаған. Медицина тикшереүен үтеүҙән баш тартҡан өсөн уға ҡарата административ материал төҙөлгән. Шулай уҡ РФ Енәйәт кодексының 166-сы статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. 

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: