Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Апрель 2022, 12:35

Иғтибар! Эҙләү, кеше юғалған!

Башҡортостандың Благовар районында хәбәрһеҙ юғалған 31 йәшлек Динар Зайлаловты эҙләйҙәр. Был хаҡта «Лиза Алерт» ирекмәндәре хәбәр итә. Уның Ямаҡай ауылында йәшәүе билдәле. Билдәле булыуынса, егет 31 мартта өйөнән сығып киткән һәм кире әйләнеп ҡайтмаған. Билдәләре: буйы 195 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡуңыр сәсле, һоро күҙле. Кейеме: йәшел камуфляж костюм, ҡара йылы калуш. Ирекмәндәр ирҙең медицина ярҙамына мохтаж булыуы хаҡында иҫкәртә, уның хәтере юғалырға мөмкин.

Иғтибар! Эҙләү, кеше юғалған!
Иғтибар! Эҙләү, кеше юғалған!

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: