Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Апрель 2022, 11:19

Бирешмәгеҙ, Тамара Михайловна! Беҙ һеҙҙең менән!

Депутаттар Тамара Танһыҡҡужинаны яҡлап сығыш яһаны.

Бирешмәгеҙ, Тамара Михайловна! Беҙ һеҙҙең менән!
Бирешмәгеҙ, Тамара Михайловна! Беҙ һеҙҙең менән!

Һуңғы йылдарҙа донъя спорты Рәсәйҙе төрлөсә ситләтергә тырыша. Быға күнеп тә бөткәнбеҙ кеүек. Ошо көндәрҙә бөтөнләй башҡа һыймаҫлыҡ хәл булды – Бөтә донъя шашка федерацияһы  ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужинаны донъя рейтингынан сығарҙы. Быны ойошманың вице-президенты Яцек Павлицкий үҙ ҡулдары менән эшләгән. Хатта бер ниндәй ҙә рәсми ҡарар ҙа ҡабул ителмәгән, яҡташыбыҙҙы иҫкәртмәгәндәр ҙә, өҫтәгеләрҙең ҡушыуы буйынса уның исеме рейтингтан юйылған. Польша спорт министрлығы быға аңлатма бирмәй. Әммә шуныһы мәғлүм: бөгөн донъя спорты сәйәси ҡағиҙәләр буйынса йәшәй. Үҙең ултырған ботаҡҡа балта сапма, тигәндәй. Шашка федерацияһы быуатҡа бер тыуған бөйөк спортсыларҙы ситләтеп, ни бары үҙ-үҙенә санкция иғлан итә түгелме һуң?   

Бөгөн депутаттар Тамара Танһыҡҡужинаны яҡлап сығыш яһаны. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы рәйесе Константин Толкачев әлеге хәлгә ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.

– Был хәбәр мине асыуландырҙы. Бөтә донъя шашка федерацияһы спорттың абруйын төшөрә. Әлеге хәл йәнә спорттың сәйәси ҡыҫымда булыуын күрһәтте. Былтыр шашка федерацияһының элекке президенты Яцек Павлицки уйын мәлендә Тамара Танһыҡҡужинаның өҫтәленән Рәсәй флагын алып, бар донъяға «танылғайны». Әммә барыбер чемпионыбыҙҙың уйынын боҙа алманылар: еңеү беҙҙең яҡта булды. Хәҙер ошо уҡ кеше беҙҙең Тамараны шашка донъяһынан сығарып ташларға теләй...

Әгәр шашка буйынса донъя чемпиондары исемлеген ҡараһаҡ, күбеһе – беҙҙең шашка мәктәбе тәрбиәләнеүселәре. Төрлө сәбәп арҡаһында улар башҡа илдәр өсөн сығыш яһарға мәжбүр. Шуға аңлашылмай, беҙҙең ҡаҙаныштарыбыҙ ярҙамында уңышҡа өлгәшкән спорт түрәләре беҙгә ниндәйҙер шарттар ҡуйып маташа.

Бөгөн санкциялар иғлан ителгәс, ошондай уҡ спорт хәрәкәтен булдырырға планлаштырғайныҡ. Унда сәйәси ығы-зығыға урын булмаясаҡ. Хәҙер һүҙҙән эшкә күсергә ваҡыт. Беҙҙә донъяға танылған шашка мәктәбе, көслө спортсылар бар. Ғөмүмән, Рәсәйҙә шашка уйнай белмәгән кеше юҡтыр. Был — бик ябай һәм шул уҡ ваҡытта ғәжәп ҡатмарлы спорт төрө, – тип белдерҙе Константин Толкачев.

Шулай уҡ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова ла Тамара Михайловнаға дәртләндереү һүҙҙәрен еткерҙе.

— Минеңсә, санкциялар, сикләүҙәр, исемлектән алып ташлау — былар барыһы ла көсһөҙлөктән. Улар сәйәси яҡтан да, спорт яғынан да күпкә көсһөҙөрәк. Тамара Михайловна менән һөйләштем, ул да шундай уҡ фекерҙә. Дәрәжәне төшөрөргә һәм уйынды боҙорға маташыу килеп сыҡмаясаҡ. Ғөмүмән, көслө спортсыларҙың береһе лә сәйәсиләштереүҙе хупламай. Тимәк, кемгәлер беҙҙең илдең рейтингта алдынғы булыуы оҡшамаған. Бирешмәгеҙ, Тамара Михайловна, һеҙ «шашка королеваһы» бит!

Яҡташыбыҙҙы Рәсәй спортсыһы Сергей Карякин да ҡеүәтләне: 

— Уға көс теләйем, беҙгә артабан эшебеҙҙе дауам итергә, шөғөлләнергә кәрәк. Киләсәктә турнирҙар булыр һәм ғәҙеллек тантана итер тип ышанам.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: