Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Апрель 2022, 13:52

Белоруссияла асылған күргәҙмәлә беҙҙекеләр ҙә ҡатнаша

Ошо көндәрҙә Минскиҙа “Машиналар эшләү – 2022” халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмә бара. Унда Башҡортостандың һигеҙ предприятиеһы ҡатнаша.

Белоруссияла асылған күргәҙмәлә беҙҙекеләр ҙә ҡатнаша
Белоруссияла асылған күргәҙмәлә беҙҙекеләр ҙә ҡатнаша

БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдереүенсә, халыҡ-ара күргәҙмәләр республика компанияларына тауарын киң масштабта күрһәтеү, юғары сифаты менән таныштырыу, дәғүәселекте үҫтереү мөмкинлеге бирә.

Республика эшҡыуарҙарының күргәҙмә экспозицияһын «Индукция машиналары», «ЕСМ», «Станкомонтаж», «Көньяҡ Урал Үлсәү заводы», «Ишембай станоктар ремонтлау заводы», «Антарес», «Катран» йәмғиәттәре тәҡдим итә.

Күргәҙмәне асыу тантанаһында Рәсәй Федерацияһының Беларусь Республикаһындағы сауҙа вәкиле Юрий Золотарев булды. Ул күргәҙмәлә ҡатнашыуҙың мөһимлеген билдәләне.

– Хәҙер импортты алмаштырыу бурысы беренсе планға сыға һәм был күргәҙмәлә Рәсәй Федерацияһы һәр саҡ ҡатнашты. Ошо майҙансыҡтағы һәр өсөнсө компания – Рәсәйҙеке. Ғәҙәттәгесә, күргәҙмәлә Башҡортостан да бар, ул иң әүҙем төбәктәрҙең береһе, – тип билдәләне Юрий Золотарев.

Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.

Белоруссияла асылған күргәҙмәлә беҙҙекеләр ҙә ҡатнаша
Белоруссияла асылған күргәҙмәлә беҙҙекеләр ҙә ҡатнаша
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: