Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Апрель 2022, 09:55

Беҙҙекеләрҙең асыуына теймәгеҙ!

Шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужинаны Бөтә донъя шашка федерацияһының донъя рейтингынан сығарҙылар.

Беҙҙекеләрҙең асыуына теймәгеҙ!
Беҙҙекеләрҙең асыуына теймәгеҙ!

Бөтә донъя шашка федерацияһы күптән инде үҙ бәҫен юғалтты. Ул сәйәси көрәш ҡоралына әүерелде. Былтыр Варшавала шашка буйынса турнирҙа ла был сағылғайны. Ул ваҡытта Тамара Танһыҡҡужинаның уйын өҫтәленән Рәсәй флагын алып ташлағайнылар. Быны Европа шашка федерацияһының элекке президенты Яцек Павлицкий Польшаның элекке спорт министры талабы буйынса эшләне.

Матч Рәсәйҙән Тамара Танһыҡҡужина менән Польшанан Наталия Садовская араһында бара ине. Күрәһең, ойоштороусылар ошо рәүешле яҡташыбыҙҙың уйынын боҙоуға иҫәп тотҡандарҙыр.

Һөҙөмтәлә был хәл спортсыбыҙҙың асыуына тейҙе һәм ул донъя чемпионы исемен ышаныслы яуланы.

Беҙҙекеләрҙе асыуына теймәгеҙ!

 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: