Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Апрель 2022, 16:03

Башҡортостанда махсус кейем етештереү буйынса компетенция үҙәге асыласаҡ

Был тәҡдим менән республика етәксеһе сығыш яһаған.

Башҡортостанда махсус кейем етештереү буйынса компетенция үҙәге асыласаҡ
Башҡортостанда махсус кейем етештереү буйынса компетенция үҙәге асыласаҡ

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баш ҡалалағы еңел сәнәғәт предприятиеларында булды, шулай уҡ махсус кейем тегеү буйынса компетенция үҙәген булдырыуға арналған ултырыш ойошторҙо. Кәңәшмә «Уралпром-Маркет» кейем тегеү предприятиеһында уҙҙы.

Был предприятие 20 йылдан ашыу обмундирование, һунар һәм балыҡ тотоу, сәнәғәт тармаҡтары өсөн кейем-һалым тегеү менән шөғөлләнә. Радий Хәбиров производство технологияһы һәм тауар өлгөләре менән танышты. 

«Уралпром-Маркет» ойошмаһы директоры Игорь Шальнов һүҙҙәренсә, кейем туҡымаһы һәм тауарҙары ГОСТ талаптарына тура килә. Ә сифаты буйынса һис сит ил аналогтарынан ҡалышмай. Кейем-һалым бөтә Рәсәй буйынса һатыла. 2023 йылда предприятие БР Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы ярҙамында яңы ҡорамалдар һатып алырға ниәтләй. Был етештереү күләмен һәм сифатын арттырырға, хаҡын кәметергә ярҙам итәсәк. Шулай уҡ кейемдәрҙе сит илгә оҙатыу ҙа ҡарала.

– Беҙҙең иҡтисад ауыр шарттарҙа ла яҡшы үҫешә. Нефтехимия һәм машина төҙөү тармаҡтары менән бер рәттән еңел сәнәғәт тә һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтә. Әлбиттә, бында Сәнәғәт һәм энергетика министрлығының ярҙам сараларының да үҙ өлөшө бар. Беҙҙә махсус, хәрби һәм корпоратив кейем теккән предприятиелар күп кенә. Шуға күрә туҡыма һәм тауар, фурнитура, әҙер экипировканы етештереүселәрҙе бер үҙәккә берләштереү урынлы. Беҙҙә Махсус кейем тегеү буйына компетенция үҙәге төҙөү мөмкинлеге бар, – тип белдерҙе республика етәксеһе.

 «Уралпром-Маркет» ойошмаһы Игорь Шальнов республика етәкселегенә рәхмәтен еткерҙе.

– Махсус кейем етештереү кооперацияһы тауарҙың сифатын арттырасаҡ. Бөгөн экипировка баҙары 30 миллиард һумға баһалана. Киләсәктә беҙ алдынғы урындарға дәғүә итә алабыҙ.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар еңел сәнәғәттең әлеге хәл-торошо, артабанғы пландары һәм дәртләндереү саралары хаҡында һөйләште.

Шулай уҡ Радий Хәбиров эш сәфәре барышында MadyArt компанияһына барҙы. Бында йылына 90 мең кейем-һалым етештерелә. Рәсәйҙең 11 ҡалаһында 25 салоны һәм интернет-магазины бар. Республика етәксеһе быйыл бюджеттан сеймал һәм материалдар һатып алыуға сығымдарының бер өлөшөн субсидиялау өсөн 150 миллион һум бүленәсәге хаҡында белдерҙе.

– Беҙҙең предприятиелар “Легпром”, “Көрсөккә ҡаршы саралар” һәм “Сәнәғәткә ярҙам” программалары буйынса республиканың Сәнәғәтте үҫтереү фондында льготалы займдар алыу мөмкинлегенә эйә. Шулай уҡ кредит килешеүҙәре буйынса процент ставкаһының бер өлөшөн ҡаплауға гранттар планлаштырылған. Субсидия – 30-100 миллион һум һәм ике йылға тиклем.

Еңел сәнәғәткә етди ярҙам саралары федераль кимәлдә күрһәтелә. Былар барыһы ла предприятиеларыбыҙға үҫешергә, етештереү күләмдәрен арттырырға һәм һатып алыусы өсөн конкуренция алып барырға ярҙам итер, тип ышанам.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: