Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Апрель 2022, 21:07

Башҡортостан ҙур форумда ҡатнашырға йыйына

Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы быйыл 25-се тапҡыр ойошторола. Әһәмиәтле сара 15 - 18 июнгә билдәләнгән.

Башҡортостан ҙур форумда ҡатнашырға йыйына
Башҡортостан ҙур форумда ҡатнашырға йыйына

Унда, әлбиттә, Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнаша. Былтыр инвестиция йәлеп итеү күләме буйынса рекорд ҡуйылған - дөйөм суммаһы 122 миллиард һумға 25 килешеүгә ҡул ҡуйылған. Сағыштырыу өсөн: 2019 йылда 82 миллиард һум булғайны.

Әйткәндәй, Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы (ПМЭФ) - иҡтисад һәм бизнес даирәһендә ҙур ваҡиға. Ул 1997 йылдан башлап уҙғарыла.

Быйыл, санкцияларға һәм геосәйәси хәл-торошҡа ҡарамаҫтан, 69 ил унда ҡатнашыуын раҫлаған.

Фото: Т.Аманов.

 

Башҡортостан ҙур форумда ҡатнашырға йыйына
Башҡортостан ҙур форумда ҡатнашырға йыйына
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: