Был һорауҙарға БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми вәкиле Таһир Ғиззәтуллин “Сәләм” тапшырыуындағы тура эфирҙа яуап бирҙе.
Шулай итеп, ашығыс медицина ярҙамы:
Әлеге ваҡытта буш булған, махсуслаштырылған медиктар бригадаһы 20 минут эсендә килеп етә.
Уларҙы саҡыртыуҙың төп сәбәбе – ҡапыл башланған киҫкен ауыртыу, хроник сирҙәрҙең һәм кеше ғүмеренә хәүеф менән янаусы башҡа хәлдәрҙең киҫкенләшеүе.
Кисектергеһеҙ медицина ярҙамы.
Улар 2 сәғәт эсендә саҡыртыу буйынса килеп етергә тейеш.
Кисектергеһеҙ ярҙам медиктары өйгә килә, әммә ауырыуҙы дауаханаға алып китмәй. Шулай уҡ юл хәрәкәте ваҡиғаһы урынына ла бармай. Был ярҙамды ауырыуҙың ғүмеренә хәүеф янамаған осраҡта ғына саҡырталар.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хеҙмәткәрҙәренә социаль селтәрҙәрҙә лә һорауҙар күп килә. Уларҙың береһе лә яуапһыҙ ҡалдырылмай, сөнки һорауҙар сәләмәтлеккә, ҡайһы осраҡта кеше ғүмеренә ҡағыла. Ведомствола һәр мөрәжәғәткә айырым иғтибар бирелә. Һаулыҡ һаҡлау мәсьәләһенә ҡағылышлы иң ҡатмарлы һорауҙар иһә һәр шишәмбе һайын көндөҙгө сәғәт 3-тә үткән брифингта ҡарала.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.