Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Апрель 2022, 11:30

Ғаиләлә ҙур ҡайғы

Бәхетһеҙ әсә инде үҙенең сабыйын башҡа бер ҡасан да күрмәйәсәк...

Ғаиләлә ҙур ҡайғы
Ғаиләлә ҙур ҡайғы

Баҡалы районы прокуратураһы бәлиғ булмағандар тураһындағы ҡануниәттең үтәлешен тикшергән. Асыҡланыуынса, бер йәшлек сабый тәрбиәләгән ҡатын хәүефле сире булған кеше менән йәшәгән.

Медицина һығымтаһына ярашлы, ир үпкә туберкулезының ҡурҡыныс формаһынан яфалана, сабыйҙың һаулығына хәүеф янай.

«Баланың әсәһе спиртлы эсемлектәр эскән, уны тәрбиәләү менән шөғөлләнмәгән, сабыйына боҙолған ризыҡ ашатҡан, антисанитария шарттарында тотҡан. Әлеге ваҡытта малай ғаиләнән алынған һәм махсуслаштырылған балалар йортона урынлаштырылған», – тип хәбәр иттеләр Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән.

Һөҙөмтәлә район прокуратураһы тикшереү материалдарын енәйәт-хоҡуҡи баһа биреү өсөн тәүтикшереү органына ебәргән. Уларҙы ҡарау һөҙөмтәләре буйынса «Баланы тәрбиәләү буйынса бурыстарҙы үтәмәү» статьяһына ярашлы енәйәт эше ҡуҙғатылған. Шулай уҡ иҫкәртеү органдары эшмәкәрлегенә лә баһа биреләсәк. Нигеҙ булған осраҡта, прокурорҙар тарафынан уларға ҡарата сара күреү мәсьәләһе хәл ителәсәк.

 

Фото: Т. Аманов

 

 

 

 

 

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: