Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Апрель 2022, 14:25

Өйҙән сыға алмаған

Республикала ҡурҡыныс янғында 70 йәшлек инвалид һәләк булған.

Өйҙән сыға алмаған
Өйҙән сыға алмаған

5 апрелдә төндә Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Дүртөйлө районы Миңеште ауылындағы йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр килә.

Ваҡиға урынына килеп еткәс, янғын һүндереүселәр 7х5 метр ҙурлыҡтағы ағас йортто ут ялмап алғанын асыҡлай, ут тоҡанған майҙан 35 квадрат метр тәшкил итә.

- Янғын урынын тикшереү барышында 1951 йылғы ирҙең кәүҙәһе табылған. Ут йоҡо бүлмәһендә сыҡҡан, тип фаразлана. Һәләк булған кешенең инвалид булыуы, насар йөрөүе билдәле, - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Янғын һүндерелгән. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе, тәфтиш-оператив төркөм һәм Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты инструкторҙары эшләй. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан алып 1423 янғын сыҡҡан, уларҙа 63 кешенең ғүмере өҙөлгән, 73-ө төрлө дәрәжәләге йәрәхәттәр алған.

 

Фото: Т. Аманов

 

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: