Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Апрель 2022, 10:10

Республикала һыу баҫҡан ауылдан йөҙҙән ашыу кеше эвакуацияланған

Хәүефһеҙ урынға хатта эре һәм ваҡ малды ла күсерергә тура килгән.

Республикала һыу баҫҡан ауылдан йөҙҙән ашыу кеше эвакуацияланған
Республикала һыу баҫҡан ауылдан йөҙҙән ашыу кеше эвакуацияланған

Ғәбдүк ауылынан эре һәм ваҡ малды ла хәүефһеҙ урынға алып барырға тура килде, тип хәбәр иттеләр 5 апрелдә Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Белорет районында Инйәр йылғаһының кимәле күтәрелеүе һөҙөмтәһендә 45 йортто һәм өй янындағы участкаларҙы һыу баҫҡан. Был Ғәбдүк ауылынан өҫтәрәк йылғаның текә боролошонда боҙ тығыны барлыҡҡа килеү менән  бәйле. Әлеге ваҡытта ҡотҡарыусылар хәүефле урында эшләй.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Ғәбдүктән 103 кешене, шул иҫәптән 18 баланы эвакуациялаған. Урындағы ауыл мәктәбендә эвакуацияланған граждандар өсөн ваҡытлыса ҡарау пункты ойошторолған, унда 10 кеше, шул иҫәптән бер бала ҡалырға ҡарар иткән. Ауылда йәшәгән 549 кеше йә таныштарында йәиһә туғандарында урынлашҡан.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: