Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Апрель 2022, 07:00

Һөнәрегеҙ аҡса йәки тауар менән бәйле булһа ғына...

12 йыл магазинда эшләйем. Йыл аҙағында ревизия үтте һәм байтаҡ ҡына аҡсаның етмәүе (недостача) асыҡланды. Бының өсөн мине эштән ҡыуа алалармы?

Әлиә ШӘЙХИЕВА.

Өфө ҡалаһы.

 

Барыһы ла һеҙҙең ниндәй вазифа биләүегеҙгә бәйле. Әгәр ҙә ул аҡса йәки тауар менән эш итеүгә бәйле булмаһа һәм һеҙҙең был күңелһеҙ хәлдә бер ниндәй ҙә ҡатнашлығығыҙ юҡ икән, һеҙ эштән ҡыуылырға тейеш түгел. Ләкин законда ундай сәбәп өсөн эш биреүсенең  ғәйепле эшсегә ҡарата ышаныс юғалыу сәбәпле эштән ҡыуыу мөмкинлеге ҡаралған (Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 81-се статьяһының 7-се пункты).

Эш биреүсе һатыу, һаҡлау, ҡабул итеп алыу, биреп ебәреү, аҡса йәки тауар ташыу кеүек вазифалар башҡарыусыны, ғәйебе дәлилләнгән осраҡта, аҡса етмәгәне өсөн эштән ҡыуырға хоҡуҡлы. Ҡағиҙә булараҡ, бындай вазифаларға касса, келәт хеҙмәткәре, бүлек йәки магазин мөдире һәм башҡалар инә. Әгәр әле һанап үткән вазифаны биләйһегеҙ һәм аҡса етмәүҙә һеҙҙең ғәйеп дәлилләнгән икән, эш биреүсе һеҙҙе эштән ҡыуа ала.

Эшсенең ғәйепле булыуын дәлилләү – эш биреүсенең эше. Ул яҙма аңлатма биреүҙе һорарға тейеш. Уны яҙыу өсөн эшсегә ике көн ваҡыт бирелә (Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 193-сө статьяһы).

Ғәйеп асыҡланғандан һәм дәлилләнгәндән һуң эш биреүсе һеҙҙе бер айҙа эштән ебәрергә хоҡуҡлы. Әгәр ҙә һеҙҙе бер ай үткәс ҡыуалар икән, ҡабат урынлаша алаһығыҙ. Бының өсөн эш биреүсегә йәки судҡа мөрәжәғәт итегеҙ.

Автор:AdminQ Admin
Читайте нас: