Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Апрель 2022, 09:12

Махсус порталда төрлө һөнәргә уҡыталар

"Работа России" порталында эш табыуҙа ҡыйынлыҡтар кисергән граждандарҙы федераль программа буйынса уҡытыуға яҙыу башланды. Барлығы 23 мең уҡыу программаһы бар. 

Махсус порталда төрлө һөнәргә уҡыталар
Махсус порталда төрлө һөнәргә уҡыталар
Порталда («Работа России») түбәндәге категория граждандары яҙыла ала:

– уҡыуҙан йә әрменән һуң дүрт ай эш таба алмай йөрөүсе 35 йәшкә тиклемгеләр;

–  һөнәри йә юғары белеме булмаған йәштәр;

–  эштән ебәрелеү хәүефе булған йәштәр (35 йәшкәсә);

–  вузда йәки һөнәри уҡыу йорттарында һуңғы курста уҡыусылар (әгәр һайлаған һөнәре буйынса эш табыу мөмкинлеге булмаһа);

–  декреттағы йәш әсәләр;

–  мәктәпкәсә йәштәге балалары булған эшһеҙ әсәләр;

–  50 йәштән өлкәндәр;

–  пенсияға сығырға йөрөүселәр.

Әйткәндәй, был уҡыу программаһы "Демография" милли проектының "Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү" йүнәлешен ғәмәлгә ашырыуға тура килә.
Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан.
Махсус порталда төрлө һөнәргә уҡыталар
Махсус порталда төрлө һөнәргә уҡыталар
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: