Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Апрель 2022, 20:55

Керҙе нисек үтекләргә?

  Үткеләнгән керҙе бер нисә сәғәттән һуң ғына шкафҡа ҡуялар.  

Керҙе нисек үтекләргә?
Керҙе нисек үтекләргә?

 

Пар менән эшләй торған үтеккә ҡайнаған һыуҙы ғына ҡойоғоҙ. Юшҡын ултырмаҫ.

Йөн әйберҙәрҙе дымлы туҡыма аша үтекләйҙәр. Бәйләнгән әйберҙе эске яғынан үтекләргә кәрәк.

Кейемдең кеҫәһе, яғаһы кеүек ваҡ деталдәр беренсе сиратта үтекләнә.

Вельвет итәкте һәм салбарҙы дымлы килеш эске яғынан үтекләйҙәр.

Үткеләнгән керҙе бер нисә сәғәттән һуң ғына шкафҡа ҡуялар.

Простыня, юрған тыштарын бер аҙ дымлыраҡ үтекләү яҡшы.

Сигелгән кейемде һәм ҡара әйберҙәрҙе эске яғынан үтекләргә онотмағыҙ.

 

Фото: freelancehack.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: