+20 °С
Болотло
Ревень (ирәүән) бик файҙалы, тигән табип. Был үлән ҡан баҫымы менән шәкәр кимәлен контролдә тоторға, Альцгеймер сиренән һаҡланырға ярҙам итә, бауырға, ҡалҡан биҙенә, мейегә ыңғай тәьҫир яһай. Антиоксиданттарға, витаминдарға (шул иҫәптән С витаминына) бай. Иммунитетты нығыта, ашҡаҙан-эсәк юлы эшмәкәрлеген яҡшырта, тирене шымарта.
“Йомортҡа ҡыҙҙырғанда ревень дә ҡушһаң, донъяла иң файҙалы блюдо килеп сыға”, – ти Джанан ханым (төрөктәр һәр иртә йомортҡа ашай).
Был үлән һеҙҙең яҡтарҙа үҫәме? Файҙаланығыҙ.
Фото: vk.com