Көньяҡ Осетия президенты Анатолий Бибилов белдереүенсә, әле Рәсәй менән һөйләшеүҙәр алып барыла, референдумдың 10 апрелдән һуң үтеүе ихтимал.
Бибилов Көньяҡ Осетияның 30-сы, 50-се, 80-се, 90-сы йылдарҙа һәм 2008 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһы составына ҡайтыу буйынса бер нисә тапҡыр аҙым яһауын хәтергә төшөрҙө.
"Быларҙың барыһы ла Көньяҡ Осетияның Рәсәй Федерацияһына ынтылыуы хаҡында һөйләй, сөнки осетиндар, көньяҡ осетиндар, Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә йәшәгән башҡа халыҡтар кеүек үк, уны үҙҙәренең тарихи тыуған иле, тип иҫәпләй. Йәғни бында бер ниндәй айырма күрмәйем. Ҡырым өйөнә ҡайтты, бөгөн Көньяҡ Осетияның да ҡайтыуына ваҡыт етте, тип уйлайым", – тип һөйләгән Көньяҡ Осетия президенты “РИА-Новости” агентлығына.
Фото: РИА-Новости.