Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Апрель 2022, 08:50

Көн торошо

Алдағы көндәрҙә лә Башҡортостанда болотло һауа торошо һаҡланасаҡ. Башгидромет синоптиктары ике көнгә фараз яһаны.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн республикала урыны менән бер аҙ ямғыр, епшек ҡар яуа. Юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ 1-6 градус йылы буласаҡ.

Шаршамбы, 6 апрелдә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы төндә - 4-9 градус һалҡын, көндөҙ 3, 8 градус йылы.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: