Ай буйына һәр шишәмбе, кесаҙна һәм шәмбе һайын баш ҡала ҡунаҡтарын Рәсәй ислам университеты уҡытыусылары оҙатыуында Өфө мәсеттәре буйлап экскурсияла йөрөтәсәктәр.
– Республика халҡының күбеһе - мосолман дине вәкилдәре, улар мәсеттәргә йөрөй, дини байрамдарын билдәләй. Әле изге Рамаҙан айы бара, беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, республикала исламдың тарихи үҫеше үҙенсәлектәренә арналған махсус экскурсия программаһын әҙерләнек, – тип һөйләй «Башҡортостан Республикаһының үҙәк район үҙәге» коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы директоры Руслан Юнысов.
Һәр киске экскурсия тамамланғас, ҡунаҡтар «Эврен» кафеһына ифтар ашына саҡырыла. Теләге булғандар яҡындағы мәсеттәрҙә йәмәғәт намаҙына - тәррәүихҡа бара ала.
Экскурсия киске сәғәт 7-лә башлана. Юлға сығыу нөктәһе: «Ҡунаҡһарай» сауҙа-күңел асыу комплексы алдындағы майҙанда. Автобуста 59 ултырыу урыны бар. Өҫтәмә мәғлүмәтте аныҡларға, экскурсияға яҙылырға 8 996 582 86 27 телефонына шылтыратығыҙ.
Фото:zakonovest.ru