Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Апрель 2022, 16:14

Дәүләт ярҙамы 100 – 500 мең һум тәшкил итәсәк

Республикабыҙҙа 25 йәшкәсә тиклемгеләр үҙ эшен асыу өсөн федераль гранттарға дәғүә итә ала.  

Дәүләт ярҙамы 100 – 500 мең һум тәшкил итәсәк
Дәүләт ярҙамы 100 – 500 мең һум тәшкил итәсәк

Башҡортостан Хөкүмәте үҙенең телеграм-каналында хәбәр итеүенсә, дәүләт ярҙамы 100 – 500 мең һум тәшкил итәсәк.

Әйткәндәй, Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин үҙ эшен асырға теләгән йәштәр өсөн гранттар индереү тураһында белдергәйне. Әгәр эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге арктик зонала алып барылһа, гранттың суммаһы 1 миллион һумға тиклем артыуы ихтимал. Аҡсаға эшҡыуарҙар үҙҙәре лә, ойошмаларҙы ойоштороусылар ҙа иҫәп тота ала. Был программаға бөтәһе 2 миллиард һум аҡса ҡаралған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем социаль проекттар өсөн генә грант рәүешендә дәүләт ярҙамы ҡаралғайны. Яңы программа йәштәргә үҙ эшен асыуҙа тәүге аҙымдар яһарға мөмкинлек бирәсәк. Башҡортостанда республиканың Дәүләт комитеты нигеҙендә йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү буйынса эшсе төркөм төҙөлдө. Уның бурысы – әлеге йүнәлеш буйынса консультациялар биреү.


Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: