Ғәбдүк халҡына Хоҙай ярҙам бирһен
Белорет районында Инйәр йылғаһының кимәле күтәрелеүе һөҙөмтәһендә 45 йортто һәм өй янындағы участкаларҙы һыу баҫты. Был Ғәбдүк ауылынан өҫтәрәк йылғаның текә боролошонда боҙ тығыны барлыҡҡа килеү менән бәйле. Әлеге ваҡытта ҡотҡарыусылар хәүефле урында эшләй.