Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Апрель 2022, 14:30

Башҡортостанда өс бала әсәһеҙ ҡалған

Ҡатынға 26 тапҡыр бысаҡ менән сәнсәкндәр.

Башҡортостанда өс бала әсәһеҙ ҡалған
Башҡортостанда өс бала әсәһеҙ ҡалған

Ғинуар уртаһында Бүздәктәге йорттарҙың береһендә бер ҡатындың кәүҙәһен тапҡандар, ул ҡан эсендә ятҡан. Уның үлемендә элекке ире ғәйепле.

Тәфтишселәрҙең мәғлүмәте буйынса, ир ауылға элекке ҡатынын күрергә килгән. Әңгәмә барышында улар һүҙгә килешкән. Ғәйепләнеүсе үҙе менән килтергән бысағын тартып сығарған һәм ҡатынын сәнскеләгән. Күпләп ҡан юғалтыуҙан ҡатын ваҡиға урынында һәләк булған, тип хәбәр итәләр Бүздәк районы прокуратураһынан.

Хоҡуҡ һаҡлаусылар уның тәнендә 26 яра иҫәпләгән. Ҡатындың өс бәләкәй балаһы етем ҡалған.

Енәйәтсе үҙ ғәйебен тулыһынса таныған. Енәйәт эше Благовар район-ара судында ҡараласаҡ.

 

Фото: Т. Аманов

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: