Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Апрель 2022, 11:35

Бөгөн – халыҡ-ара аш көнө

Аш, тигәндә ниндәйерәк ризыҡ күҙ алдына килә? Әлбиттә, итле, туҡмаслы аш, шулаймы? Беҙ, башҡорттар, ҡоротлап һурпа эсергә яратабыҙ. Туҡмаслы йә һалмалы аштан һуң, кем әйтмешләй, дан була.

Бөгөн – халыҡ-ара аш көнө
Бөгөн – халыҡ-ара аш көнө

Аш – кешенең һаулығы өсөн көндәлек рациондағы мөһим “беренсе блюдо”. Шуға был аш-һыуға бер көн бағышлағандар.

Аштың организмға файҙаһын табиптар ҙа раҫлай.

Әйткәндәй, русса “суп” латин теленән килә, ул ”ебетелгән икмәкле һурпа” тигәнде аңлата.

Ҡытай сығанаҡтарында яҙыуҙарынса, аш тураһында яҙылған аш-һыу китабы беҙҙең эраға тиклем 4700 йылда булған, имеш.

Рәсәйҙә борщ, щи, тауыҡ һурпаһы таралған. Беҙҙең ил аш эсеү күләме буйынса донъяла Ҡытайҙан ҡала икенсе урында тора.

Өҫтәлдә итле картуф (ғәҙәттә, аштан айырым ҡуйыла), туҡмаслы аш, ҡоротло һурпа булһа, бер ни кәрәк түгел.

Тәмле булһын ашығыҙ!

Бөгөн – халыҡ-ара аш көнө
Бөгөн – халыҡ-ара аш көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: