Фильмдағы кадрҙар уға табиптар билдәһеҙ сир менән тәүгә осрашҡан ауыр ваҡыттарҙы иҫкә төшөрҙө. Был хәлдән сығырға медиктарҙың һәм “Роспорптебнадзор” идаралығы хеҙмәткәрҙәренең берҙәм тырышлығы, федераль үҙәк ярҙамы һәм халыҡтың аңлауы ғына ярҙам итте.
«Беҙҙең аңлылығыбыҙ һәм коллектив яуаплылыҡ тойғоһо көстәрҙе берләштерергә ярҙам итте. Иң мөһиме , һаулыҡ һаҡлау системаһында осраҡлы кешеләр юҡ. Фильм геройҙары – беҙҙең замандың ысын геройҙары”, – тине Максим Забелин.
Билдәле булыуынса, фильм республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса төшөрөлдө. Ул – тиҫтәләгән телекомпанияның хеҙмәт емеше. Сәғәт ярымлыҡ фильм төшөрөү өсөн редакторҙар 200 сәғәтлек видеоматериал ҡараны. Фильмға инмәгән ҡайһы бер мөһим өлөштәре һуңынан айырым фрагмент булып социаль селтәрҙәрҙә сығасаҡ.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.