Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Апрель 2022, 13:36

Апрель айы закондар йәһәтенән нимәләр килтерҙе?

Бының турала бөгөнгө "Сәләм"дә ЦУР-ҙан һөйләнеләр

Апрель айы закондар йәһәтенән нимәләр килтерҙе?
Апрель айы закондар йәһәтенән нимәләр килтерҙе?

Беренсенән – хаҡлы ялдағы граждандар өсөн пенсия күләме 8,6%-ҡа артты. Был үҙгәреш республикала 99 947 кешегә ҡағыла. РФ Пенсия фонды быны автоматик рәүештә башҡара - ғариза яҙыу йәки мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй.

Социаль пенсияны стажы тулмаған кешеләр ҙә аласаҡ, уларға шулай уҡ инвалид, олоғайыу йәки эшләп йөрөгән ғаилә ағзаһын юғалтыу сәбәпле лә пенсия бирелә.

1 апрельдан федераль ташламалар алыусылар өсөн дә пенсия күләме күтәрелә. Улар - хәрби хеҙмәттә инвалид булғандар, хәрби хеҙмәттә һәләк булғандарҙың ғаиләләре, Бөйөк Ватан һуғышында, Ленинград блокадаһында, Чернобыль һәм башҡа радиация һәм техноген аварияларҙа ҡатнашыусылар, осоусылар һәм космонавтар.

Социаль өлкәлә тағы бер мөһим яңылыҡ. 8-17 йәшлек балалары бар ғаиләләр өсөн ай һайын түләү буласаҡ - был хаҡтағы Указға ил Президенты ҡул ҡуйҙы. Бындай ғаиләләрҙә бер кешегә уртаса килем йәшәү минимумынан түбән булырға тейеш (2022 йылда - 11 009 һум).

 Уның өсөн "Госуслуги" порталына инеп ғариза ебәрергә кәрәк, артыҡ документтар кәрәкмәй. Түләү 1 майҙан бирелә башлай. Ғариза май айында тапшырылһа, аҡса апрель айы өсөн дә биреләсәк. Түләүҙе алыу ҡағиҙәләре 3-7 йәшлек балалар өсөн бирелгән түләү кеүек үк - ғаилә мохтажлығы төрлө яҡлап билдәләнәсәк.

1 апрелдән ингән яңы ҡанундар хаҡында тулыраҡ һылтанма буйынса://vk.com/wall-201146046_26051


Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: