Башҡортостанда барлығы 365 мәктәп яңыртыуға мохтаж. Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы 2022 – 2023 йылдарҙа 96 мәктәптең 103 бинаһын капиталь ремонтлауға ғаризабыҙҙы хупланы. Быйыл федераль бюджеттан субсидия 2,94 миллиард һумды тәшкил итә, 2023 йылда 1,143 миллиард һум буласаҡ. Бынан тыш, республика 2023 йылға өҫтәмә ғариза бирҙе, уға 86 мәктәптең 88 бинаһы индерелде. Әгәр ул хупланһа, федераль бюджеттан тағы ла 3,8 миллиард һум йәлеп итә аласаҡбыҙ.
Әле 38 мәктәптә капиталь ремонт өсөн килешеүҙәр төҙөлгән инде, шуларҙың 26-һында эш башланған. 27 объект буйынса сауҙа уҙғарылған, 15-әр сауҙа дауам итә әле. Ошо исемлектәге 63 мәктәп быйыл 1 сентябрҙә асылырға тейеш.
Алда башҡараһы эшебеҙ күп. Ошо уникаль мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫ өсөн ҡайһы бер муниципалитет башлыҡтарына ғариза кампаниялары йәһәтенән эште көсәйтергә кәрәк. Капиталь ремонт барышын контролдә тотоуға айырыуса ҙур иғтибар бирергә тейешбеҙ, был эштә ата-әсәләргә ҙур иғтибар бүленә – республикала ата-әсәләр контроле штабы булдырылды. Беҙҙең өсөн иң мөһиме – яңыртылған мәктәптәр уларҙа белем алған һәм эшләгәндәр өсөн уңайлы булырға тейеш, – тип яҙа социаль селтәрҙәрҙә Республика Башлығы Радий Хәбиров.
Фото: Т. АМАНОВ.