Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Апрель 2022, 11:25

Яңы закон проекты туған телде өйрәнеүгә ҡағыла

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары РФ Дәүләт Думаһына «Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында»ғы Федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проектын йүнәлтте.

Яңы закон проекты туған телде өйрәнеүгә ҡағыла
Яңы закон проекты туған телде өйрәнеүгә ҡағыла

– Был закон проекты дөйөм белем биреү ойошмаларында туған телде һәм туған әҙәбиәтте өйрәнеүгә ҡағыла, – тип комментарий бирҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Ул ошо предметтарҙы өйрәнеүгә ихтыяжы булған балалар өсөн шарттарҙы киңәйтә.

Мәғариф тураһында ғәмәлдәге законға төҙәтмәләр уҡыусыларға этномәҙәни йүнәлештәге мәғариф программаларын һайлау ғына түгел, шулай уҡ мәктәптә 11 йыл буйына туған телде һәм туған әҙәбиәтте өйрәнеү мөмкинлеген бирәсәк, тип иҫәпләй парламентарийҙар.

– Закон проектында этномәҙәни йүнәлештәге программаларҙы ғәмәлгә ашырыусы мәғариф ойошмаларына балаларҙы ҡабул итеү ҡағиҙәләрен билдәләү мөмкинлеген Рәсәй Федерацияһы субъекттарының башҡарма власть органдарының үҙҙәренә биреү тәҡдим ителә, – тине Константин Толкачев. – Шулай уҡ туған тел һәм туған әҙәбиәт буйынса дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы форматын үҙгәртеү тәҡдим ителә. Берҙәм дәүләт имтиханы үткәрелеүсе уҡыу предметтары исемлегенә туған телде һәм әҙәбиәтте индереү, шулай уҡ туған тел уҡытыусыларын йәки һөнәри функцияларҙы үтәү өсөн туған телде һәм әҙәбиәтте белеү кәрәк булған белгестәрҙе әҙерләүсе юғары уҡыу йортона ҡабул иткәндә туған тел буйынса берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләрен иҫәпкә алыу тәҡдим ителә.

Дөйөм алғанда, закон проекты туған телдәрҙе һәм Рәсәй халыҡтарының милли мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелә.

Сығанаҡ: БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай сайты.

Фото: Т. Аманов.

Яңы закон проекты туған телде өйрәнеүгә ҡағыла
Яңы закон проекты туған телде өйрәнеүгә ҡағыла
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: