Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Апрель 2022, 13:40

Йәшелләндереү өмәләренән ситтә ҡалмағыҙ!

1 апрелдән республикала «Йәшел яҙ» бөтә Рәсәй экологик марафоны башланды.

Йәшелләндереү өмәләренән ситтә ҡалмағыҙ!
Йәшелләндереү өмәләренән ситтә ҡалмағыҙ!

 Ул Таҙалыҡ көндәрен, өмәләрҙе, «Йәшел Башҡортостан» акцияһын, «Хәтер баҡсаһы» һәм «Хәтер көнө»н үҙ эсенә ала.  Тәүге тапҡыр республикала «Шина» экологик акцияһы үткәреләсәк.

Әлеге акцияларҙы үткәреү ҡала мөхитенең сифатын яҡшыртыуға ыңғай йоғонто яһай.

 Ғәҙәттәгесә, республикала «Йәшел Башҡортостан» акцияһы йылына ике тапҡыр уҙғарыласаҡ. Ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртыуҙа республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәре ҡатнаша. Йәшелләндереү өмәләре  23 апрелдән башланып,  10 майҙа тамамланасаҡ.

Был сараларҙа 38 тематик аллея булдырыласаҡ, бейеклеге 2,5 метр булған ағастар һәм элек ултыртып та үҫмәгән ағастар урынына яңылары ултыртыласаҡ.Ҡала һәм район хакимиәттәре үҫентеләр алған.

Дөйөм сараларҙа республикала 52 мең ағас һәм ҡыуаҡ, 16 мең ҙур ағас ултыртыу күҙаллана .Был эштәргә 16 мең ойошма йәлеп ителә.

Өмәләрҙән ситтә ҡалмағыҙ!

 

Фото: onf.ru

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: