Улар , килеп тыуған геосәйәси хәл арҡаһында авиаосоштарҙың ауырлашыуына бәйле, Башҡортостан Республикаһының көрсөккә ҡаршы ситуация үҙәгенә мөрәжәғәт иткән. Был хаҡта төбәк хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева һөйләне.
«Беҙҙең республиканыҡылар – Бөйөк Британияла, Германияла, Төркиәлә һәм Һиндостанда. Улар барыһы ла сит илгә ял итергә йәки ғаилә хәле буйынса киткән. Граждандар араһында ике бәлиғ булмаған бала һәм 69 йәштәге бер оло кеше лә бар. Уларҙы кире ҡайтарыу мәсьәләһен контролдә тотабыҙ», - тип билдәләне Маргарита Болычева.
Уҙған аҙнала министрлыҡ 69 кешегә сит илдән ҡайтырға ярҙам иткән. 24 февралдән 4 апрелгә тиклем сит илдәрҙә ойошторолған төркөмдәрҙән 3469 яҡташыбыҙ тыуған яҡтарына ҡайтҡан.
Фото: Яндекс.Дзен