Министрҙар кабинеты етәксеһе Михаил Мишустин әйтеүенсә, хәҙер ике йыл дауамында бер генә етештереүсенән дарыуҙар алырға мөмкин.
«Шулай уҡ препараттарҙы етештереүҙе лицензиялау тәртибе асыҡланды. Теркәү процесын ябашлаштырыу өҫтөндә лә эш алып барыла. Сит ил ҡаптарындағы дарыуҙарҙы ҡабул итеү рөхсәт ителә. Элек уларҙың ҡабында рус телендәге яҙыу булмағанлыҡтан, дарыуханаларға барып етмәй ине, – тине Михаил Мишустин. – Санкция арҡаһында туҡтатылған сит ил препараттарын һатып алыу ҙа яйға һалынды”.
Рәсәй халҡы медицина ҡорамалдары менән тәьмин итеүҙә ҡыйынлыҡ кисермәһен өсөн дә саралар күрелә.
«Илдән сит ил медицина изделиеларын сығарыу тулыһынса тыйылды һәм уларҙы һатып алыу еңелләштерелде. Үҙебеҙҙә етештерелгән медицина тауарҙарын теркәү процесы тиҙләтелде», – тип белдерҙе Михаил Мишустин.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.