Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Апрель 2022, 20:29

Салауатта — машиналылар өсөн яңы ресторан

Был инвестпроект өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелгән.

Салауатта — машиналылар өсөн яңы ресторан
Салауатта — машиналылар өсөн яңы ресторан

Салауат ҡалаһында KFC рестораны эшләй башлаясаҡ. «ГЛОБАЛ ФУД САЛАВАТ – 2» йәмғиәтенең инвестиция проекты буйынса төҙөлгән ресторанда автомобилдәге клиенттарҙы хеҙмәтләндереү ойоштороласаҡ. Республика етәкселеге компанияға сауҙалашыу үткәрмәйенсә ҡуртымға ер участкаһы бирә. Биләмә төҙөкләндереләсәк һәм эргәһендә балалар уйын майҙансығы булдырыласаҡ.

Был проектҡа 105 миллион һум аҡса һалына. 60 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Ресторан Калинин һәм Губкин урамдары киҫелешендә урынлаша.

Әле инвестор урындағы етештереүселәр менән һөйләшеүҙәр алып бара. Проекттың кураторы – БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы.

Салауатта — машиналылар өсөн яңы ресторан
Салауатта — машиналылар өсөн яңы ресторан
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: