Һорау алыуҙа 8-ҙән 19 йәшкә тиклемге 2617 кеше ҡатнашҡан. Уларҙың күбеһе - ауыл еренән һәм ҙур булмаған ҡалаларҙан, өлкә үҙәктәренән.
Баҡһаң, ҡайһы бер уҡыусылар бындай һүҙҙәр ярҙамында үҙҙәрен оло итеп тоя икән. Етмәһә, интернет селтәрендә һүгенеүҙе йыш ишеткәс, насар тип уйлап та бармайҙар. Ә ҡайһы берәүҙәр мәғәнәһен төшөнөп тә етмәй.
Һорауға яуап биреүселәрҙең 76 проценты асыуланғандан һүгенә, 26 проценты бөтәһе лә шулай эшләй, тип уйлай. Тағы ла 20 проценты – көсһөҙлөктән. Уларҙың әйтеүенсә, шунһыҙ насар тойғоларҙы белдереп булмай икән.
Йәштәр түбән мәҙәниәтлеләрҙең һәм бигүк уҡымағандарҙың һүгенеүен аңлай. Башҡаларҙа сирҡаныс тыуҙырыуын да беләләр. Һәр икенсе кеше үҙе лә, цензураһыҙ һүҙҙәр әйткәндә, уңайһыҙлыҡ кисерә.
Ә өлкәндәр был хаҡта нимә уйлай, тиһегеҙме? Уларҙан да һорау алыу үткәргәндәр. 42 проценты яуап бирмәгән, кәрәк саҡта һүгенһендәр тип, 23 проценты ҡул һелтәп ҡуйған, 25 проценты был турала бөтөнләй уйламай, өлкәндәрҙең һәр унынсыһына барыбер.
Фото: Т. АМАНОВ.