– ишек алдын һәм подвал, цоколь, беренсе ҡаттарҙың тәҙрәләрен тығыҙландырырға;
– йортоғоҙ эргәһендә һыу ағыҙғыс каналдарҙы сүп-сарҙан таҙартырға;
– тыштан һыу инмәһен өсөн подвал биналарының елләтеү уйымдарын ябырға;
– подвалдарҙы мөлкәт һәм аҙыҡ-түлектән бушатырға;
– һыу баҫыу ихтималы булған биналарҙан хайуандарҙы һәм ҡош-ҡортто хәүефһеҙ урынға сығарыуҙы хәстәрләргә;
– һыу баҫҡан участкаларҙа йорттарға һәм ихата ҡаралтыларына инеү юлдарын тәртипкә килтереү өсөн күперҙәр, таҡталар һәм уларға таяуҙар әҙерләргә;
– эвакуациялау осрағында кәрәкле документтарҙы, шәхси ҡиммәтле әйберҙәрҙе һәм мөлкәтте алдан әҙерләргә;
– рюкзакҡа кәрәкле йылы әйберҙәр, ике тәүлеклек аҙыҡ-түлек һәм һыу запастары һалырға.
Синоптиктар фаразына иғтибар итегеҙ.
Фото: БР МЧС буйынса идаралығы.