Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Апрель 2022, 12:30

Һәләк булғандарҙың ғаиләләренә аҡса түләнә башлай

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо аҙнанан Украинала махсус операция барышында һәләк булған һалдаттарҙың ғаиләләренә аҡса түләй башларға ҡушты.    

Һәләк булғандарҙың ғаиләләренә аҡса түләнә башлай
Һәләк булғандарҙың ғаиләләренә аҡса түләнә башлай

«Беҙ һәләк булғандарҙың ғаиләләренә 2 миллион һум бүлергә һөйләштек. Бюджетта аҡса бар. Республика хәрби комиссариатынан был аҙнала уҡ түләүҙәр күсерелә башлауын һорайым. Был бик мөһим», - тине республика етәксеһе Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.

Радий Хәбиров шулай уҡ республика парламентына «Һәләк булған (мәрхүм) хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзаларына өҫтәмә социаль ярҙам сараһы тураһында»ғы оператив ҡабул ителгән закон өсөн рәхмәт белдерҙе. Документты 30 мартта Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай  депутаттары ҡабул итте.

Алдан хәбәр ителгәнсә, түләүҙәр республика бюджеты иҫәбенә тормошҡа ашырыласаҡ. Түләүҙәрҙе тәғәйенләү һәм иҫәпләү тәртибен хөкүмәт билдәләй.

Закон проектына ярашлы, 2 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡса һәләк булғандарҙың (мәрхүмдәрҙең) ғаилә ағзаларына тәғәйенләнә.

 

Фото: Башинформ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: