Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Апрель 2022, 10:25

Килешеү төҙөләсәк

Башҡортостан Хөкүмәте Луганск Халыҡ Республикаһы менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү тураһында килешеү әҙерләй. Был - БР Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе.

Килешеү төҙөләсәкКилешеү төҙөләсәк
Килешеү төҙөләсәк

Башҡортостан Башлығы 20 мартта Донецк Халыҡ Республикаһында булып, ундағы етәкселек менән осрашыу һөҙөмтәһендә ике аралағы хеҙмәттәшлек тураһында коммюникеға ҡул ҡуйылғайны. Хәҙер сират - ЛНР-ға.

– Луганск Халыҡ Республикаһы беҙгә бик яҡын. Ундағы Петровское ауылында беҙҙең яҡташыбыҙ, данлыҡлы Миңлеғәли Шайморатов ерләнгән. Луганск ошо һигеҙ йылда бик зыян күрҙе. Хәҙер килешеү төҙөргә һәм артабан алға барыу өсөн әҙерлек кәрәк, - тине Радий Хәбиров бөгөнгө оператив кәңәшмәлә.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

 

Килешеү төҙөләсәк
Килешеү төҙөләсәк
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас