Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Апрель 2022, 10:10

Күҙәткән һәм ҡараңғы боролошта ташланған

Баш ҡала үҙәгендә бер ир риелтор ҡатынға һөжүм иткән.

Күҙәткән һәм ҡараңғы боролошта ташланған
Күҙәткән һәм ҡараңғы боролошта ташланған

Башҡортостан тәфтишселәре 2015 йылдың ҡышында кеше ғүмерен ҡыйырға ниәтләнеү осрағын тикшереүҙе тамамланы. Билдәһеҙ кеше Достоевский урамындағы йорт ихатаһында риелторға бысаҡ менән ташланған һәм ҡасҡан. Ваҡытында күрһәтелгән ярҙам һөҙөмтәһендә ҡатынды ҡотҡарғандар, ләкин уның һаулығына ҙур зыян килгән. Хоҡуҡ һаҡлаусылар енәйәтсене таба алмаған.

2021 йылда тәфтишселәр, криминалистар һәм полицейскийҙар эште йәнә күтәреп, профессиональ йәки шәхси нигеҙҙә уға ҡарата дошмандарса мөнәсәбәттә була алғандарҙың һәммәһен дә тикшергән, молекуляр-генетик тикшереүҙәр үткәргән. Һөҙөмтәлә улар кеше үлтереүҙе башҡарыусының һәм заказсының шәхесен асыҡлаған.

Асыҡланыуынса, бер эшҡыуарҙарҙың коммерция эшмәкәрлеген алып барыу нигеҙендә риелтор менән оҙайлы бәхәсе булған. 2015 йылдың башында ул дөйөм танышынан барыһын да яйға һалырға ярҙам итеүен һораған. Мәсьәләне хәл итә алмағас, ҡатынға ҡарата нәфрәт тойғоһо тыуған һәм уны үлтерергә ҡарар иткән. Ул киллерҙы – уның компанияһында эшләгән 42 йәшлек ирҙе яллаған. Башҡарыусы зыян күреүсене күҙәтә башлаған. 2 февралдә ул өйөнә ҡайтып килгән ҡорбанды һағалаған һәм йорттар араһындағы аркалы юлда ике тапҡыр уға бысаҡ менән сәнскән.

Енәйәтсе үҙенең ғәйебен танымаған. Ул, үҙаллы эш иттем һәм ҡатынды үлтерергә теләмәнем, тип белдерә. Енәйәт эше судҡа ебәрелгән.

Әлеге ваҡытта заказсы федераль эҙләүҙә. Ул ситтән тороп ғәйепле тип танылған һәм һаҡ аҫтына алынырға тейеш, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының Тәфтиш комитетынан.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: