Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Апрель 2022, 09:30

Көн торошо

Башгидрометүҙәк 4 һәм 5 апрелгә һауа торошон хәбәр итте. Синоптиктар ямғыр һәм епшек ҡар яуыуын, боҙлауыҡ булыуын фаразланы.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн республикала урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ – 8, 13 градус йылы.

5 апрелдә шулай уҡ епшек ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа тайғаҡ булыуы күҙаллана. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -3, 2, көндөҙ – 1, 6 градус йылы.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: