Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Апрель 2022, 09:10

Инвестиция компаниялары алдаҡ

Һуңғы йылдарҙа аҡсаны инвестицияға һалып, «килем» алыу бик популяр  булып китте. Әммә күптәр еңел генә табыш алам, тип алдаҡсылар тоҙағына эләгә.  

Инвестиция компаниялары алдаҡ
Инвестиция компаниялары алдаҡ

 Нефтекама ҡалаһында ла 50 йәшлек  бер ханым 3 миллион һумын мутлашыусыларға күсергән. Тәүҙә уға «инвестиция компанияһы» хеҙмәткәрҙәре вклад өсөн ҙур проценттар тәҡдим итеп шылтырата. Ҡатын 1,5 миллион кредит алып, ҙур күләмдә проценттарын алам, тип менеджерҙар күрһәткән реквизиттар буйынса  вклад аса. Әммә инвестиция хеҙмәткәрҙәре күсерелгән сумманың аҙ булыуын белдергәс, шикләнмәйенсә  тағы , 1,5 миллион һум аҡса  күсерә.

    Менеджерҙар  телефонға яуап бирмәгәс кенә ҡатын үҙенең алданыуын аңлаған.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: